11 декабрь, Йәкшәмбе

08 февраль 2012 йыл, 16:38

Республикала яҙғы сәсеүгә техниканың 82 проценты әҙер

автор: Ғәлиә Нәбиева

Тракторҙарҙың яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек кимәле 82 процент тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан. Әлеге ваҡытта 1870 «тимер атҡа» ремонт үткәрелә. Сәсеү комплекстары сәскестәре – 78 процентҡа, культиваторҙар, дискылы тырмалар – 80 процентҡа һәм һабандар 87 процентҡа әҙер.

Ауыл хужалығы техникаһына һәм агрегаттарға ремонт үткәреү темптары былтырғыға ҡарағанда быйыл 2-3 процентҡа шәберәк бара, тип билдәләне төбәктең Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Павел Иофинов.

Әлшәй, Бәләбәй, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Саҡмағош райондары хужалыҡтарында тағылма инвентарҙарға ремонт үткәреү тамамлана.