10 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2012 йыл, 16:28

Башҡортостанда Уралдағы беренсе биосфера ҡурсаулығы ойоштороласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһында «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты ойоштороласаҡ, тип хәбәр итте бөгөн БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында.

— ЮНЕСКО-ның Рәсәйҙәге комитеты адресына «Башҡортостан Уралы» комплекслы биосфера резерваты булдырыуға бәйле заявка әҙерләнде, — тине министр. – Февралдә беҙҙең заявка ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында ҡаралырға тейеш. Алдан билдәле булыуынса, ул раҫланасаҡ. Июндә беҙ сертификат алырға тейешбеҙ. Был Рәсәй буйынса — 46-сы, Урал зонаһында иһә беренсе объект буласаҡ, йәғни ошондай биосфера ҡурсаулығы ойоштороласаҡ.

Уның составына «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын Солоҡ» тәбиғи зоологик заказнигы һәм «Ыҡ» зоологик заказнигы кеүек республиканың биш айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен индереү планлаштырыла.