10 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2012 йыл, 15:53

Инвалид бала тәрбиәләүсе атайҙар эштән сығарылмаҫҡа тейеш

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзалары федераль үҙәктәге хеҙмәттәштәренең Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексындағы үҙгәрештәргә бәйле башланғысын яҡланы.

Комитет ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың «Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 261-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 624247-5 һанлы Федераль закон проекты тураһында»ғы тейешле ҡарар проектын уны парламенттың алдағы ултырышында көн тәртибенә индереү өсөн БР Дәүләт Йыйылышы Президиумына йүнәлтергә ҡарар ителде.

— Үҙгәрештәр мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе әсәләр һәм аталар хоҡуҡтарын тигеҙләүгә ҡағыла, — тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – Ҡануниәттә киләһе мәсьәләне нығытыу мөһим: инвалид бала тәрбиәләүсе атаны, әсәне кеүек үк, эш биреүсе инициативаһы менән эштән сығарыу тыйылһын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаһы инвалид булып тыуғанды белгән күпселек атайҙар ғаиләһенән китә. Әммә, бәхеткә күрә, әсә менән бергә был баланы аяҡҡа баҫтырырға теләүселәр ҙә бар. Бындай ғаиләләрҙә тап атайҙарҙың төп аҫраусы булыуын иҫәптә тотҡанда, уларға эштә ҡалыу хоҡуғын биргән ҡануниәт тәү сиратта баланы яҡлаясаҡ. Башланғыс ваҡытында тәҡдим ителә һәм ул бик файҙалы. Депутаттар корпусы был закон проектын хуплар, тип уйлайым.