8 декабрь, Кесе йома

08 февраль 2012 йыл, 14:18

Опера һәм балет театрында яңы етәксе

автор: Розалия Вәлиева

Рөстәм Сабитов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына етәксе итеп тәғәйенләнде.

Рөстәм Сабитов -  Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Композиторҙар союзының почетлы ағзаһы.

Ул күренекле башҡорт композиторы һәм дирижеры Нариман Сабитовтың ғаиләһендә Өфөлә тыуған. Өфө сәнғәт училищеһының музыка бүлеген, Өфө дәүләт сәнғәт институтының (әле Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) теория-композиторлыҡ факультетын тамамлаған.

1980 йылдан – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры.

90-сы йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының опера әҙерлеге кафедраһында эшләй һәм Урта махсус музыка мәктәбенең камера оркестрына етәкселек итә.  

15 йыл дауамында Рөстәм Сабитов Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзын етәкләй. 1998 йылдан – музыкант-башҡарыусыларҙың Н.Сабитов исемендәге асык конкурсының художество етәксеһе. 2001 йылда Рәсәй Композиторҙар союзының Шостакович исемендәге премияһына лайыҡ була. Башҡортостандың музыкаль мәҙәниәте үҫешенә булышлыҡ иткән эшмәкәрлеге өсөн 2005 йылда «Музыкальное обозрение» гәзитенең лауреаты була.