3 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2012 йыл, 13:44

«Минең йыһан донъяһы» халыҡ-ара балалар конкурсына эштәр ҡабул ителә

автор: Эльмира Сабирова

«Минең йыһан донъяһы» халыҡ-ара балалар конкурсы сиктәрендә теркәлеү һәм ижади, фәнни-тикшеренеү эштәрен ҡабул итеү 1 мартҡа тиклем дауам итә. Был хаҡта Өфө хакимиәте мәғариф идаралығының ғилми-мәғлүмәт үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан — Германия» Рәсәй-Германия дуҫлығы йәмғиәте тарафынан тәҡдим ителгән был ижади бәйге кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына бағышлана.

Бәйге ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың летчик-космонавты, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленко, «Мәрхәмәт» хәйриә фондының Попечителлек советы рәйесе Гөлшат Хәмитова, «Мәскәү Кремле» дәүләт тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының генераль директоры Елена Гагарина яҡлауы аҫтында үткәрелә.

«Минең йыһан донъяһы» конкурсының Башҡортостандағы ойоштороу комитеты адресы: 450075, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 79/2 (Ленин исемендәге майҙан), Өфө ҡала планетарийы.

Телефондар: (347)235-70-23, 244-72-06, 8-927-0-827-22, e-mail: dialog-bg@list.ru

Бәйге тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт www.ufaplanetarium.ru сайтында урынлаштырылған.