Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала һынлы сәнғәт һәм сценография күргәҙмәһе асылды

Йәмғиәт

Өфөнөң «Урал» галереяһында рәссам-сценограф Нурия Ғәбиҙуллинаның «Һынлы сәнғәт һәм сценография» исемле күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла Өфөнөң алдынғы театрҙары өсөн әҙерләнгән декорация өлгөләре, шулай уҡ ҡала пейзаждары тәҡдим ителә.

Сценография сәнғәте серҙәренә рәссам Өфө сәнғәт училищеһында төшөнә башлай, бынан һуң ул Сәнғәт академияһында белем алыуын дауам итә. «Нур» дәүләт театрында йәш ҡыҙға ҡайһы бер спектаклдәр өсөн костюмдар әҙерләүҙе ышанып тапшыралар. Бер аҙҙан ул Мәскәүгә «Ленком» дәүләт театрының баш рәссамы Олег Шейнцисҡа стажировка үтергә бара. Бер йылдан һуң Өфөгә кире әйләнеп ҡайтҡас, «Нур» театры менән хеҙмәттәшлек итеүен дауам итә.

— Мин әкиәттәр өсөн декорациялар өҫтөндә эшләргә яратам, — тине Нурия Ғәбиҙуллина. – Уйҙарыңдың сәхнәлә кәүҙәләндерелеүен күҙәтеү һәр саҡ ҡыҙыҡ, шуға күрә театр минең өсөн иң яратҡан эшем булып ҡаласаҡ.

Күргәҙмә 21 февралгә тиклем эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть