Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанға Әрмәнстан илселеге делегацияһы килә

Иҡтисад

Бөгөн, 8 февралдә, Башҡортостанға рәсми визит менән Әрмәнстандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Есаян етәкселегендәге Әрмәнстан Республикаһы Илселеге делегацияһы килә.

Визит программаһы менән бөгөнгә әрмән йәкшәмбе мәктәбенә барыу планлаштырылған. Көндөң икенсе яртыһында делегация ағзалары әрмән йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашасаҡ.  

Кесаҙна, 9 февралдә, ҡунаҡтарҙың делегацияһы Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһына йыйына. Республика етәкселеге менән осрашыу ҙа планлаштырылған.  

Әрмәнстандың эшлекле даирәләре вәкилдәре Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте менән танышасаҡ, Милли музейға барасаҡ. Рәсми визит ике көнгә иҫәпләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть