4 декабрь, Йәкшәмбе

08 февраль 2012 йыл, 11:23

Рәсәйҙә яғыулыҡ-энергетика комплексы проблемаларына арналған иң яҡшы мәҡәләгә конкурс иғлан ителде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары яғыулыҡ-энергетика комплексы проблемалары буйынса иң яҡшы материалға «ПЕГАЗ-2011» (Petroleum, Energy, Gas) халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла. Ижади ярышты РФ Энергетика министрлығы, «Росатом» атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһы һәм илдең алдынғы нефть-газ һәм энергетика компаниялары ярҙамында дөйөм Рәсәй энергожурналистика академияһы үткәрә. Конкурс 18-се йыл рәттән ойошторола. Был ваҡыт эсендә унда Рәсәйҙең бөтә төбәгенән, шулай уҡ Әзербайжандан, Белоруссия, Германия, Ҡаҙағстан, Латвия, Литва, Эстония, Украинанан журналистар ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан.

Жюри хөкөмөнә 2011 йылда донъя күргән энергетика комплесының теләһә ҡайһы тармағына (нефть һәм газ сығарыу, уларҙы транспортлау һәм эшкәртеү, күмер сығарыу, электр энергияһы етештереү, атом электроэнергетикаһы һәм башҡалар) арналған эштәр ҡабул ителә.

Еңеүселәр 15 номинация буйынса һайлап алынасаҡ. Иң яҡшы эштәр авторҙары дипломдар һәм аҡсалата премиялар аласаҡ.

Материалдарҙы 2012 йылдың 31 мартына тиклем түбәндәге адресҡа ебәрергә кәрәк: 109028, Мәскәү, Тессинский тыҡрығы, 5. Белешмәләр өсөн телефондар: (495) 916 79 48, (495) 766 31 56, raej@yandex.ru, pegaz@yandex.ru.