11 декабрь, Йәкшәмбе

08 февраль 2012 йыл, 11:14

2012 йылда Башҡортостан урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 14500 һум тәшкил итәсәк

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 2012 йылда 14500 һум тәшкил итергә тейеш. Әлеге ваҡытта тармаҡта 3500 кеше эшләй.

Төбәктең Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы ойошмалар буйынса уртаса эш хаҡы 2011 йыл өсөн 13434 һум тәшкил итте, планда иһә 12650 һум ҡаралған ине, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин. 2010 йыл менән сағыштырмаса, эш хаҡы 15 процентҡа артҡан.

Ағымдағы йылда уның күләмен кәм тигәндә 14500 һумға тиклем еткереү планлаштырыла. Төбәктең урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 2013 йылда – 16700 һумға, 2014 йылда 19200 һумға етергә тейеш.