3 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2012 йыл, 10:49

Башҡортостанда авария хәлендәге 45 йортта йәшәүселәр яңы торлаҡ аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында Башҡортостандың граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан яңыһына күсереү буйынса адреслы программаһы сиктәрендә авария хәлендә тип танылған һәм һүтелергә тейешле йорттар исемлеге билдәләнде. Унда йәмғеһе 45 йорт ингән. Авария хәлендәге иң күп йорттар быйыл Өфөлә һүтеләсәк — 19 йорт, Октябрьский ҡалаһында – ете йорт. Туймазыла иҫке алты бинала йәшәгән кешеләр яңы фатир аласаҡ.  Исемлеккә Сибай менән Мәләүездәге объекттар ҙа ингән.

Быйыл республика халҡы тәүге тапҡыр емерек өйҙәрҙән аҙ ҡатлы йорттарға күсәсәк. Әлегә был исемлектә ни бары ике йорт күрһәтелгән: береһе — Толбазыла, икенсеһе — Баймаҡта.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республиканың граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ йорттан икенсеһенә күсереү буйынса адреслы программаһын финанслау күләме быйыл 462 млн 79 мең һумға етәсәк. Шуларҙан 338 млн 519 мең һумы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары, 123 млн 560 меңе – республика бюджетынан күсерелгән аҡса.

Авария хәлендәге күп фатирлы йорттарҙан кешеләрҙе икенсеһенә күсереү өсөн был аҡсаға дөйөм алғанда 20784,91 кв. м майҙандағы торлаҡ төҙөләсәк һәм һатып алынасаҡ. 1079 граждан һүтелергә тейешле йорттарҙағы фатирҙарҙан яңыһына күсереләсәк. Бындай йорттарҙың дөйөм майҙаны 16731, 2 кв. м тәшкил итә.

Был суммаға өҫтәп Башҡортостан Талбазы һәм Баймаҡта аҙ ҡатлы йорттар төҙөүгә Фонд средстволарынан 12,21 млн һум аласаҡ, өҫтәп финанслау тәртибендә төбәк менән тағы 6,76 млн һум бүленәсәк.