6 декабрь, Шишәмбе

08 февраль 2012 йыл, 10:48

Республика бәләкәй бизнесты үҫтереүҙәге юғары ҡаҙаныштары өсөн награда алды

автор: Любовь Колоколова

Мәскәүҙә 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Бизнес-Уңыш» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Башҡортостан Республикаһы «Төбәктең бәләкәй бизнесын үҫтереүҙәге юғары ҡаҙаныштар өсөн» номинацияһында диплом менән бүләкләнде. Награданы РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты директоры Наталья Ларионова һәм «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы рәйесе урынбаҫары Сергей Борисов тапшырҙы.

Башҡортостан менән бер рәттән иң яҡшылар иҫәбенә Ульяновск өлкәһе һәм Краснодар крайы инде, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был уңышҡа өлгәшеүгә Өфөлә 2011 йылдың 28 июнендә үткәрелгән «Бизнес-Уңыш 2011» конференцияһы булышлыҡ итте. Уның сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа төрлө саралар ойошторолғайны.

Башҡортостан исеменән форумда БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов, төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов, Нуриман районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин, шулай уҡ эшҡыуарлыҡтың йәмәғәт ойошмалыры вәкилдәре сығыш яһаны.

Мәскәүҙә үткәрелгән форум сиктәрендә күп төрлө оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар үткәрелде. Шулай уҡ сарала уникаль тикшеренеү – бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү йәһәтенән муниципалитеттар эшмәкәрлегенә баһа биреү ойошторолдо. Тәҡдим ителгән мәғлүмәттәрҙе ентекле тикшергәндән һуң, бәләкәй бизнес менән эшләү буйынса ете иң яҡшы муниципалитет билдәләнде. Был рейтингыға Башҡортостандың ике муниципаль берәмеге – Октябрьский ҡалаһы һәм Нуриман районы инде.

Эшҡыуарҙар өсөн билдәле һәм абруйлы бизнес-тренерҙар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторолдо. 6 февралдә форумда ҡатнашыусылар өсөн гала-концерт үткәрелде, уның барышында үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса «Бизнес-Уңыш» конкурсында еңеүселәргә наградалар тапшырылды.