6 декабрь, Шишәмбе

08 февраль 2012 йыл, 10:03

«Граждандар контроле» һайлауҙарҙағы хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы ялыуҙар өсөн sms-портал булдыра

автор: Марина Шумилова

Һайлаусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса «Граждандар контроле» коммерцияға ҡарамаған ассоциацияһы РФ Президенты һайлауҙары алдынан «Хәҡиҡәт коды» sms-порталын аса, ул Рәсәй халҡының һайлауҙарҙағы ҡағиҙә боҙоуҙар тураһындағы ялыуҙарын йыясаҡ. 7 февралдән 8-916-99-33-22-4 һандары аша һайлауҙар ваҡытында закондар боҙолоуы тураһында хәбәр итергә, шулай уҡ Ассоциация эксперттарына ағымдағы һайлау кампанияһы тураһында мөһим мәғлүмәт ебәрергә мөмкин.

РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Граждандар контроле» ассоциацияһының башҡарма директоры Георгий Федоров һүҙҙәренсә, порталға килгән бөтә сигналдар ҙа оператив режимда тикшерелә. Ассоциация граждандарҙан sms-хәбәрҙәрҙәр генә түгел, видео- һәм фотоматериалдар ҙа ҡабул итергә әҙер. Был порталда тупланған мәғлүмәттәр тауыш биреү көнөнән — 4 марттан һуң баҫтырылып сығасаҡ һәм президент һайлау кампанияһының аналитик йомғаҡлау документына индереләсәк.  

«Хәҡиҡәт коды» проекты Рәсәйҙә 2009 йылдан башлап федераль һәм төбәк һайлауҙары ваҡытында эшләй.

темалар: һайлау