9 декабрь, Йома

08 февраль 2012 йыл, 9:49

БДПУ-ла университет уҡытыусылары араһында спартакиада үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Һаулыҡ» спартакиадаһы шаршамбы, 8 февралдә, үтәсәк.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыусылар волейбол, баскетбол, шахмат, йөҙөү, өҫтәл теннисы, атыу һәм мини-футбол буйынса көс һынашасаҡ.

Спорт ярыштары 18 февралдә тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 21 февралдә үтәсәк.