8 декабрь, Кесе йома

08 февраль 2012 йыл, 9:40

Башҡортостан вуздары ректорҙары Шишмә районында күсмә ултырыш үткәрәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан вуздарының Ректорҙар советы күсмә ултырыштар үткәрергә ниәтләй, был саралар сиктәрендә республика халҡы менән осрашыуҙар планлаштырыла. Атап әйткәндә, вуз етәкселәре Бәләбәй, Дыуан, Дүртөйлө, Шишмә райондарына, Стәрлетамаҡ ҡалаһына барырға планлаштыра.

Фекер алышыуҙарҙың төп темаһы — «Башҡортостан Республикаһында юғары белем биреү: тардициялар, тәжрибә, инновациялар».

Күсмә сессияларҙа Өфөлә белем алыусы студенттарҙың, шулай уҡ тиҙҙән вуздарға уҡырға инәсәк мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләре ҡатнашасаҡ. Осрашыуҙарҙа шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең уҡытыусылары, урта махсус уҡыу йорттары педагогтары ҡатнашасаҡ.

Беренсе бындай сара шаршамбы, 8 февралдә, Шишмә ауылында үтәсәк. Унда М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, БашДУ ректоры Әхәт Мостафин, ӨДНТУ ректоры Айрат Шаммазов, БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Наталья Солодилова ҡатнашасаҡ.

темалар: мәғариф