Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Айыу менән йондоҙ – 2013 йылғы Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары эмблемаһы һәм талисманы

Йәмғиәт

VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары эмблемаһы һәм талисманының иң яҡшы проектына конкурс аҙағына ла етте. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, комиссия 28 ҡатнашыусының эшен ҡараған. Йәмғеһе 94 заявка ҡабул ителгән.

Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан, Өфө, Мәсетле, Бөрө, Күгәрсен райондарынан ебәрелгән эштәрҙән тыш, Владивостоктан, Ханты-Манси автономиялы округынан ҡабул ителгән материалдар ҙа бәйгелә ҡатнашҡан.

Ҡыҙыу фекер алышыуҙан һуң, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Айрат Тереғолов менән «Симай» студияһы етәксеһе Рим Забаров еңеүселәр тип танылған. Улар уртаһында ҡурай сәскәһе төшөрөлгән йондоҙҙо — эмблема итеп, һоро айыуҙы талисман итеп тәҡдим иткән.

Еңеүселәрҙе грамота һәм ҡиммәтле бүләк көтә. Ҡалған ҡатнашыусылар төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәхмәт хаттарын аласаҡ.

VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары эмблемаһы һәм талисманы баннерҙарҙы, сувенирҙарҙы һәм баҫма продукцияны биҙәйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть