6 декабрь, Шишәмбе

07 февраль 2012 йыл, 16:52

Независимая газета: «Башҡортостан Президенты – биш иң абруйлы төбәк етәксеһе иҫәбендә»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең биш иң абруйлы төбәк етәксеһе исемлегенә инде. 2012 йылдың ғинуарына ҡарата тейешле рейтинг «Независимая газета» баҫмаһында донъя күрҙе.

Рөстәм Хәмитов менән бергә иң абруйлы етәкселәр исемлегенә Мәскәү мэры Сергей Собянин, Санкт-Петербург губернаторы Георгий Полтавченко, Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадыров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов та инде.

Рейтинг ун баллыҡ система буйынса төҙөлгән. Беренсе урынды биләүсе Сергей Собянин –7,82 балл, Рөстәм Хәмитов 6,33 балл йыйған. Егерме иң көслө етәксе исемелегендә иң аҙаҡ тороусы Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Бергта – 4,53 балл.

Рейтинг эксперттарҙан һорау алыу һөҙөмтәләренә нигеҙләнә. Сара йәшерен анкета тултырыу ысулы менән үткәрелгән. Һорау алыуҙа 10 эксперт – политологтар, сәйәси технологтар, медиа-эксперттар, журналистар ҡатнашҡан.

Төбәк башлыҡтарының абруйына баһа биреүсе эксперттар исемлегенә түбәндәгеләр ингән: Михаил Виноградов («Петербург сәйәсәте» фонды), Владимир Жарихин (БДБ илдәре институты), Виталий Иванов (Сәйәсәт һәм дәүләт хоҡуғы институты), Артем Коваленко («Эксперт-Урал» журналы), Модест Колеров (REGNUM мәғлүмәт агентлығы), Дмитрий Коняев (Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы), Степан Львов (Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге), Сергей Михеев (Рәсәйҙең сәйәси конъюнктураһы үҙәге), Дмитрий Орлов (Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы), Валерий Хомяков (Милли стратегия буйынса Совет).