Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан умартасылары бөтә Рәсәй конкурсын үткәрергә әҙер

Иҡтисад

Башҡортостан умартасылары республикала бөтә Рәсәй умартасылар конкурсын үткәреү инициативаһы менән сығыш яһаны. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге төбәк һәм Рәсәйҙең аграр ведомстволары адресына тейешле мөрәжәғәт әҙерләй. «Был конкурс мотлаҡ Башҡортостанда үтергә тейеш», — тип иҫәпләй Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов.

Дөйөм алғанда тармаҡ өсөн үткән йыл уңышлы булған. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, республика аграрийҙары 5300 килограмдан ашыу тауар балы алған. Шуларҙың 95 проценты — сәскәләрҙән йыйылған бал. Йүкә балы умартасылар продукцияһының 5 процентын тәшкил иткән.

Башҡортостан бренды булған продукция күләмдәренең артыуына дәүләт ярҙамы саралары булышлыҡ иткән. «Былтыр республика умартасылығы тарихында тәүге тапҡыр умартасылар үҫешкә субсидиялар алды», — тип билдәләне Әмир Ишемғолов. — Был федераль һәм республика бюджеттарынан килгән 24 млн һумдан ашыу сумма». Маҡсатлы средстволар ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә ярҙамға киткән. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың дүрт меңгә яҡын умартасыһы һәр күсте  аҫрауға 620-шәр һум аҡса алған.

Быйыл төбәктә умартасылыҡты үҫтереүгә тағы ла ҙурыраҡ сумма – 35 млн һум самаһы йүнәлтеләсәк. Умартасылыҡҡа дәүләт ярҙамы Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Программа өс йылға иҫәпләнгән. Ул тармаҡ булараҡ умартасылыҡты үҫтереүгә мөмкинлек биреүҙән тыш, фермерҙарға һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ башлыҡтарына ла ярҙам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть