6 декабрь, Шишәмбе

07 февраль 2012 йыл, 13:33

Силәбелә башҡорттарҙың танышыу клубы асыласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

18 февралдә Силәбелә башҡорт танышыу клубы асыласаҡ. Был идеяны Силәбе өлкәһендәге Башҡорт халыҡ үҙәге активистары тәҡдим итте.

Бығаса бындай клуб Силәбе трактор заводы театры ҡарамағында эшләп килде. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡалала ҡаҙаҡтарҙың, татарҙарҙың һәм рустарҙың танышыу клубтары эшләй.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, осрашыуҙарға профессиональ һәм үҙешмәкәр музыканттар, Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең атҡаҙанған артистары, шағирҙар һәм яҙыусылар саҡырыласаҡ. Бынан тыш, эшкә табиптарҙы, психологтарҙы һәм хатта астрология белгестәрен йәлеп итеү планлаштырыла, улар осрашыуҙа ҡатнашыусыларға консультациялар бирәсәк.

Барлыҡ саралар ҙа башҡорт һәм рус телдәрендә үткәреләсәк.