9 декабрь, Йома

07 февраль 2012 йыл, 13:21

Александр Васильев Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Александр Юрьевич Васильев Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Александр Васильев стратегик идара итеү һәм административ үҙгәртеп ҡороуҙар блоктарына контроллек итәсәк, тип хәбәр итә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте. Кадрҙар, административ-хужалыҡ, мәғлүмәт-техник хеҙмәттәре кеүек тәьминәт бүлексәләре уға буйһонасаҡ.

Белешмә. 1993 йылда Александр Васильев «Сәнәғәт электроникаһы» белгеслеге буйынса Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2004 йылда «Финанстар һәм кредит» белгеслеге буйынса Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади ситтән тороп белем биреү институты дипломын ала.

1994 — 1996 йылдарҙа Александр Юрьевич Өфөнөң Ленин районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһының дәүләт һалым инспекторы булып эшләй. 1996 йылдан 2008 йылға тиклем Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығында хеҙмәт итә. Өлкән дәүләт һалым инспекторынан алып Идара етәксеһе урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үтә.

2008 йылда Александр Васильев банк өлкәһенә эшкә күсә. 2008 йылда «БТА Банк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең өҫтәмә офисы идарасыһы вазифаһында банктың ошо структур бүлексәһенең эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн яуап бирә. 2009 йылдан алып «АФ Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары менән эшләү мөмкинлеген камиллаштыра. 2011 йылдың апреленән әлегә тиклем Өфөләге «КИТ Финанс Инвестиция банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кредит-касса офисына етәкселек итә.