10 декабрь, Шәмбе

07 февраль 2012 йыл, 13:12

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты шәжәрә конкурсын үткәрергә планлаштыра

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Башҡорт халҡының телен һәм рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы Башҡортостан Республикаһының социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына федераль бюджеттан алынған аҡсалар иҫәбенә субсидия биреүгә конкурста ҡатнаша. Сараны төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығы үткәрә.

«Башинформ» агентлығына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының сектор мөдире Азамат Сөләймәнов һөйләүенсә, был йәмәғәт ойошмаһы үҙенең проекты — «Шәжәрә-родословная» тикшеренеү проекттары конкурсын тәҡдим итте. Уның сиктәрендә йәмәғәтселек иғтибарын ғаилә, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә, халыҡтың милли йолаларын, быуындар араһындағы күсәгилешлекте һаҡлап ҡалыуға йүнәлтеү планлаштырыла. Ойоштороусылар был эшкә Башҡортостан халҡын ғына түгел, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында йәшәүселәрҙе лә йәлеп итмәксе. Конкурс йомғаҡтары буйынса электрон йыйынтыҡ булдырыласаҡ. Был эшкә Башҡортостандың ғилми учреждениелары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителәсәк.

Конкурс комиссияһы ыңғай хәл итһә, проектта ҡатнашыусы белгестәр тарафынан әҙерләнгән положение Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында урын аласаҡ.