Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөгөн Сочилағы Олимпия уйындарына волонтерҙар һайлап алыуға рәсми старт бирелде

Йәмғиәт

«Сочи 2014» уйындарының ойоштороу комитеты Сочилағы Олимпия уйындарына күпләп волонтерҙар йыя башлай. Был турала Уйындарҙың рәсми сайтында хәбәр ителә. Бөгөнгө көндән волонтерлыҡҡа заявкалар ҡабул ителә башланы. Уны vol.sochi2014.com сайтында бирергә мөмкин.

Уйындар үткәреүҙә Сочи аэропортында делегацияларҙы ҡаршылауҙан алып Уйындарҙы ябыу тантанаһын үткәреүгә ярҙам итеүгә тиклем 20-нән ашыу эшмәкәрлек өлкәһендә 25 мең самаһы ирекле хеҙмәткәр ҡатнашасаҡ. Дөйөм алғанда Уйындарҙағы персоналдың 30 проценты самаһын волонтерҙар тәшкил итәсәк.

«Башинформ» агентлығының бығаса хәбәр итеүенсә, волонтерҙар туплау конкурс буйынса һайлап алынған уҡыу йорттары базаһында ойошторолған 26 волонтерҙар үҙәге аша алып барыласаҡ. http://www.bashinform.ru/news/428635/

Башҡорт дәүләт медицина университеты ла  — улар иҫәбендә. http://vol.sochi2014.com/volunteers_centres/255/ БДМУ 350 волонтер әҙерләргә тейеш.

Кандидаттарға төп талап – 2014 йылдың 6 ғинуарына тиклем ирекле хеҙмәткәргә 18 йәш тулған булырға тейеш. Бынан тыш, уға инглиз телен белеү мөһим. Анкеталары талаптарға яуап биргән волонтерҙарға волонтерлыҡ үҙәгендә һәр төрлө тестар һәм әңгәмә үтеүгә саҡырыу ебәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть