4 декабрь, Йәкшәмбе

07 февраль 2012 йыл, 12:36

Төбәк кинематографсылары «Өмөт меридианы» бөтә Рәсәй эко-фестивалендә ҡатнашыуға саҡырыла

автор: Галина Бахшиева

Ағымдағы йылдың апрелендә Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө — Эколог көнө сиктәрендә Санкт-Петербургта II «Өмөт меридианы» бөтә Рәсәй конкурс фильмдары кинофестивале үтәсәк. Унда кинематографсылар, тележурналистар, балалар студияларында ҡатнашыусылар, шулай уҡ башҡа кешеләр ҡатнаша ала.

Йәмәғәтселек, дәүләт власы органдары һәм киң мәғлүмәт саралары иғтибарын экология мәсьәләләренә йәлеп итеү кинофестивалдең төп маҡсаты булып тора.

«Өмөт меридианы-2012» сиктәрендә тематик конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, тамашасылар менән осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла.

Сараны ойоштороусылар булып Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәм Санкт-Петербургтың Кинематографсылар союзы сығыш яһай.

Башҡортостан вәкилдәре тәүге эко-фестивалдә әүҙем ҡатнашҡайны. «Башҡортостан» киностудияһы эштәре жюри ағзалары һәм тамашасылар менән йылы ҡабул ителгәйне. Республика делегацияһының бөтә Рәсәй экология кинофестивалендә быйыл да ҡатнашыуы ихтимал.

Фестивалдең ойоштороу комитеты һүҙҙәренсә, «Өмөт меридианы» Рәсәйҙең тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау эшендә ҡатнашыусы һәр яҡты ла берләштерә ала. Бынан тыш, сара төбәктәрҙең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән ыңғай эшмәкәрлеген популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк.