2 декабрь, Йома

07 февраль 2012 йыл, 12:09

Башҡортостандағы һайлау участкаларында видеокүҙәтеү ойоштороу эштәре алып барыла

автор: Марина Шумилова

«Ростелеком»дың бүлендек предприятиеһы — «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте республикалағы һайлау участкаларында видеокүҙәтеү камералары ҡуя башланы.

«Башинформсвязь» йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, компания ҙур күләмдәге эштәр башҡарып та өлгөргән. Һайлау участкалары әле элемтәселәр менән тоташтырыуға әҙерләнә, элемтә ҡорамалдары тикшерелгән, яңы сүс-оптика линияһы һалынған (республика буйынса 500 километр самаһы), өҫтәмә ҡорамалдар ҡуйылған. 3,5 мең программа-аппарат комплекстарын монтажлау көтөлә. Башҡортостан территорияһында был эштәрҙе элемтә узелдарында махсус рәүештә ойошторолған 200-ҙән ашыу бригада башҡарасаҡ. Матди-техник тәьминәт мәсьәләләрен хәл итеү һәм ҡорамалдарҙы көйләүҙә мөмкин булған ҡатмарлыҡтар осрағына монтаж бригадалары, «Башинформсвязь» йәмғиәтенең иң яҡшы белгестәрен йәлеп итеп, тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ике тура линия ярҙамында хеҙмәтләндереләсәк.  

Аппарат-программа комплексы ноутбуктан йәки монитор һәм клавиатураһы менән бергә система блогынан, FUJI йәки LENOVO компанияларының юғары сифатлы һүрәт биреүгә һәләтле ике камераһынан, уларҙы тоташтырыу ҡорамалынан һәм махсус программанан тора. Ҡорамалдар махсус рәүештә Өфөнөң «Промсвязь» заводында етештерелгән вандалдарҙан һаҡлаусы металл шкафтарға урынлаштырыласаҡ. Һынау үткәрелгәндән һуң ҡорамалдар бикләнәсәк,ә бигенә мисәт ҡуйыласаҡ, камералар һайлау көнөндә генә эшкә ҡушыласаҡ. Камераларҙың яҙмаһы элемтә каналдары аша шифрланған килеш тапшырыласаҡ.  

темалар: һайлау