6 декабрь, Шишәмбе

07 февраль 2012 йыл, 11:48

Өфөлә яңы фатирҙарға ихтыяж ҙур

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә әүәлгесә яңы йорттар етмәй. Эксперттар фекеренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһының күсемһеҙ милек өлкәһендә был иң мөһим проблемаларҙың береһе булып ҡала. «Башинформ» агентлығына «Башҡортостан Республикаһы күсемһеҙ баҙарының профессиональ ҡатнашыусылары» ассоциацияһы рәйесе Алексей Щежиндың хәбәр итеүенсә, Яңы торлаҡ төҙөлмәүенең бер нисә сәбәбе бар.

— Өфөлә буш майҙандар юҡ. Айырым урында алып барылған төҙөлөштәр генә бар, ә комплекслы проекттар үтә аҙ. Ҡала иҫәбенә инженерлыҡ селтәрҙәрен һуҙыу эштәре алып барылмай. Быны төҙөүсе үҙе башҡара, — ти Алексей Щежин. – Шул уҡ ваҡытта яңы йорттарға ихтыяж ҙур — өс миллион квадрат метр самаһы.

Белгестәр билдәләүенсә, Өфөлә торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса һалырға, йорттар төҙөргә теләүселәр етерлек, шул иҫәптән федераль төҙөүселәр ҙә бар, әммә күптәрҙе административ кәртәләр ҡурҡыта.