9 декабрь, Йома

07 февраль 2012 йыл, 10:37

Февралдең беренсе аҙнаһы грипһыҙ үтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Эпидемиологтар Башҡортостанда әүәлгесә грипп осраҡтарын теркәмәгән. Шул уҡ ваҡытта киҫкен вируслы респиратор инфекция диагнозы ҡуйылған пациенттар һаны арта бара. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 30 ғинуарҙан 5 февралгә тиклем 17915 кеше киҫкен вируслы инфекция менән ауырый башлаған, шуларҙың 69,3 проценты — балалар. Бер аҙнала ауырыусыларҙың иҫәбе 13,1 процентҡа артҡан, әммә ул күп йыллыҡ уртаса күрһәткескә ҡарағанда 32,6 процентҡа түбәнерәк.

Өфөлә бер аҙнала 4 839 кеше вируслы инфекция йоҡторған. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда баш ҡала халҡы араһында ауырыусылар иҫәбе 21 процентҡа артҡан. Был эпидемик сиктән 33,4 процентҡа түбән.

Лаборатор мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда гриппҡа ҡарамаған вирустар таралған. Гриптың миҙгелле вирустары әлегә табылмаған.