Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауҙы контролдә тота

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был аҙнала урындарҙа коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге менән танышасаҡ. Төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға контроллек итеү буйынса эш төркөмө составына инеүсе парламентарийҙар бер нисә муниципаль берәмектә буласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте. Эш төркөмө составында – депутаттар Елена Родина, Михаил Бугера, Шамил Бикҡолов, Вячеслав Гордиенко, Вилүр Ҡасимов, Николай Крюков, Рөстәм Күзбәков, Алексей Щербацкий. Сәфәрҙәр РФ Хөкүмәтенең «Күп фатирлы йорттарға идара итеү өлкәһендә эшләүсе ойошмалар тарафынан мәғлүмәт менән бүлешеү стандартын раҫлау тураһында»ғы ҡарарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтәсәк. «Башҡортостан Республикаһының Йорт комитеттары союзы» йәмәғәт хәрәкәте һәм торлаҡ инспекцияһы вәкилдәре менән берлектә закон сығарыусылар 7-10 февралдә Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларында буласаҡ. Бынан һуң эш төркөмө рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров республиканың Дәүләт Йыйылышы Президиумына башҡарылған эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть