10 декабрь, Шәмбе

07 февраль 2012 йыл, 11:09

Мартта республикала тәүгә «Буласаҡ финансист» үҫмерҙәр конкурсы үтәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

«Буласаҡ финансист» конкурсы Башҡортостанда 2012 йыдың мартында «Йәштәр фәне көндәре» республика фестивале сиктәрендә үтәсәк. Бындай иҡтисади бәйге тәүгә үткәрелә. Сара Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Йәштәр финанс үҙәге башланғысы менән ойошторола.

Бәйгелә ҡатнашыуға төрлө уҡыу йорттарынан мәктәп уҡыусылары һәм студенттар саҡырыла. Бының өсөн Йәштәр финанс үҙәге сайтында (www.mfc-ufa.ru) теркәлеү мотлаҡ.

Конкурс ике этапта үткәрелә. 1-16 мартта үтәсәк һайлап алыу туры барышында ҡатнашыусылар «StarMoney» виртуаль уйын терминалында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Иң күп виртуаль капитал йыйыусы 30 конкурсант 28 мартта уҙғарыласаҡ финалға үтә. Унда ҡатнашыусылар финанс баҙары буйынса белемдәрен тикшерәсәк. Еңеүселәрҙе приздар көтә.