Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү буйынса эште иң яҡшы ойоштороуға конкурс аҙағына етте

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 6 февралендәге бойороғо менән бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү буйынса иң яҡшы муниципалитеттар билдәләнде.

Шулай итеп, 100 мең һәм унан әҙерәк кеше йәшәгән ҡала округтары категорияһында беренсе урынға Благовещен районы хакимиәте лайыҡ булды, икенсе урында – Күмертау ҡалаһы, өсөнсө урында – Яңауыл районы.

100 меңдән күберәк кеше йәшәгән муниципалитеттар араһында Нефтекама ҡалаһы алдынғылыҡты бирмәне, икенсе урында – Туймазы районы, өсөнсө урында – Бәләбәй районы.

Муниципаль райондар категорияһында Көйөргәҙе районы беренсе булды, Салауат районы икенсе урында, өсөнсөлә — Әбйәлил районы.

Шулай уҡ Белорет, Мишкә, Борай, Әлшәй, Саҡмағош райондары, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары хакимиәттәрендә лә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү буйынса уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән һөҙөмтәле эш билдәләнде, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең мтбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть