4 декабрь, Йәкшәмбе

07 февраль 2012 йыл, 9:03

Йәш эшҡыуарҙар өсөн бушлай оҫталыҡ дәресе ойошторола

автор: Любовь Колоколова

Йома, 10 февралдә, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының конференц-залында (Ленин урамы, 10) йәш эшҡыуарҙарҙы уҡытыу буйынса «Һин — эшҡыуар» тип аталған оҫталыҡ дәресе үтәсәк.

Сара йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү маҡсатында «Быуындар көсө» йәш эшҡыуарҙар берләшмәһе (Өфө) ҡатнашлығында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән ойошторолған, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Ҡатнашыуға рәсми теркәлгән бизнесы булған 30 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар ғына саҡырыла.

Тренинг сиктәрендә «Эшҡыуарҙың шәхси һөҙөмтәлелеге», «Эшҡыуарҙың йәшерен ҡоралы булараҡ маркетинг», «Эшҡыуар өсөн файҙалы IT-инструменттар» кеүек темалар ҡараласаҡ.

Уҡыу алдан яҙылыу буйынса бушлай алып барыласаҡ.