Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Дәүләт Думаһына 21 закон проектын индерәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Дәүләт Думаһына бер нисә закон проектын тәҡдим итмәксе. Әлеге ваҡытта 21 бындай проект өҫтөндә эштәр алып барыла. Улар араһында бөтә төбәктәр өсөн дә айырыуса әһәмиәтле булғандары ла бар. Был хаҡта республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев хәбәр итте.

Ул шулай уҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика парламентарийҙары тарафынан тәҡдим ителгән барлыҡ инициативаларҙың да федераль статус алмауын билдәләне. БР Дәүләт Йыйылышы спикеры дүрт йыл элек тәҡдим ителгән закон проектын миҫалға килтерҙе, ул берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырған сығарылыш синыф уҡыусыларын армияға саҡырыуҙы кисектереүҙе күҙ уңында тота ине. БР Дәүләт Йыйылышы менән тәҡдим ителгән закон проектын депутаттар яҡлап сыҡманы. Әммә ике йылдан һуң Дәүләт Думаһы оҡшаш закон проектын ҡабул итте, тик инициатива был юлы беҙҙең республиканан түгел ине.

— Минеңсә, ике йыл элек тә был проблема көнүҙәк ине, — тине Константин Толкачев. – Тик ул ваҡытта был мәсьәләгә тейешле иғтибар бүлмәгәнбеҙ, күрәһең, һәм беҙҙең закон проекты ҡабул ителмәне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть