Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Февраль һәм март айҙарында – дүрт ял көнө

Йәмғиәт

Башҡортостанда 2012 йылда 23 февраль, 8, 9 һәм 10 март ял көндәре булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Хеҙмәт кодексына ярашлы, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө, 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө — байрам көндәре булып тора.

«Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында ял көнө 11 марттан 9 мартҡа күсерелде», тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

22 февралдә һәм 7 мартта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпускы бирелгәндә байрам көндәре — 23 февлаь һәм 8 март отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть