11 декабрь, Йәкшәмбе

06 февраль 2012 йыл, 17:04

Баш ҡалала вакансиялар һаны аҙна эсендә 1600 берәмеккә артты

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә бер аҙна эсендә вакансиялар һаны 1600 берәмеккә артты. Бөгөнгө көнгә баш ҡаланың вакансиялар банкында 12600 буш эш урыны иҫәпләнә. Ғинуар башына ҡарата иһә вакансиялар һаны һигеҙ меңгә яҡын тәшкил иткәйне.

Көсөргәнешлек коэффициенты Өфөлә шулай уҡ кәмене һәм әлеге ваҡытта 0,73 тәшкил итә, йәғни бер эш урынына рәсми рәүештә бер кешенән дә әҙерәк тура килә. Эшһеҙлек кимәле ҡалала 1,58 процентҡа тиң.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 8800 эшһеҙ бөгөн хеҙмәт биржаһында иҫәптә тора, уларҙың 8 меңдән ашыуы эшһеҙлек буйынса пособие ала. Баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә йәмғеһе 9200-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора.