10 декабрь, Шәмбе

06 февраль 2012 йыл, 16:59

Башҡортостан һәм Һарытау өлкәһе ҡулланыусылар баҙарын көйләү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашты

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты делегацияһы комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Гүзәл Аҫылова етәкселегендә эш визиты менән Һарытау өлкәһендә булып ҡайтты.

Ҡулланыусылар баҙарын көйләү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу сәфәрҙең төп маҡсаты ине. Осрашыу 2011-2012 йылдарға Һарытау өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы араһындағы Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса протоколға ярашлы үтте.

Ике көнлөк эш визиты дауамында Һарытау өлкәһенең Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы вәкилдәре Башҡортостан делегацияһын социаль магазиндар селтәрен булдырыу, даими эшләүсе аҙыҡ-түлек йәрминкәләрен, Һарытау ҡалаһының Юбилейный ҡасабаһындағы ауыл хужалығы баҙарын ойоштороу буйынса төбәктә алып барылған эштәр менән таныштырҙы.

Ҡунаҡтар ҡарттар һәм инвалидтар йорто-интернатындағы социаль магазинды ҡараны, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн гарантия фондында, сауҙа предприятиеларында булды. Шулай уҡ өлкәнең Ауыл хужалығы министрлығында тауар етештереүселәргә дәүләт ярҙамы һәм ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса эш осрашыуы үткәрҙе.