Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Өфөлә Израиль тарихы һәм мәҙәниәте үҙәге асыла

Йәмғиәт

Шишәмбе, 7 февралдә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Израиль тарихы һәм мәҙәниәте үҙәгенең презентацияһы үтәсәк. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә аңлатыуҙарынса, Үҙәк БДПУ-ның һәм Израиль илселегенең инициативаһы менән асыла. Ул дәүләттәр араһындағы интернациональ бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында университеттың социаль-гуманитар факультеты базаһында эшләйәсәк.

Сара программаһы менән социаль-гуманитар факультет деканы Владислав Бениндың һәм ғилми эштәр буйынса проректор Алмаза Мостаевтың сығышы ҡаралған. Бынан тыш, Израиль дәүләте тураһында документаль фильм күрһәтеләсәк һәм Марина Фисанович фотоһүрәттәренең экспозицияһы тәҡдим ителәсәк. РФ Журналистар союзы ағзаһы Эмма Шкурко йәһүдтәрҙең мәҙәниәте тураһында һөйләһә, Өфө шағиры, рус теле кафедраһы доценты Дмитрий Масленников социаль-гуманитар факультет студенттары менән берлектә был тематика буйынса китаптарҙың презентацияһын үткәрәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть