10 декабрь, Шәмбе

06 февраль 2012 йыл, 15:56

Өфөлә ике балалар баҡсаһы асыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Март айында Өфөнөң Орджоникидзе районында 100 урынлыҡ реконструкцияланған балалар баҡсаһын асыу планлаштырыла. Баш ҡала мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү буйынса баш инспекторы Ирина Саморукова һүҙҙәренсә, бында капиталь ремонт буйынса эштәр тамамланған, әлеге ваҡытта мәктәп мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыла.

Баш ҡаланың Калинин районында урынлашҡан 220 урынлыҡ йәнә бер яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ишектәрен апрелдә асасаҡ. Унда төҙөлөш эштәре аҙағына яҡынлашҡан.

Шулай уҡ йыл аҙағынаса Өфөлә йәнә биш балалар баҡсаһын асыу планлаштырыла.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары яңы санитар-эпидемиологик, янғынға ҡаршы нормаларға тап килгән махсус проекттар буйынса төҙөлә. Әле төҙөлөп ятҡан учреждениеларҙа медицина, туҡланыу бүлмәләре, бассейн, физкультура майҙансыҡтары ҡаралған, белгестәр бүлмәләре йыһазландырыласаҡ.

Бынан тыш, Совет районындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының береһендә ремонт үткәрелә, йәнә туғыҙ балалар баҡсаһы буйынса проектлау-тикшереү эштәре алып барыла.

Әлеге саралар  «2008-2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһын һәм «2010-2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү» ҡала маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.