3 декабрь, Шәмбе

06 февраль 2012 йыл, 14:25

Башҡортостанда «Технологиялар артынан поход» проекты старт алды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы төбәктәге бәләкәй, урта һәм ҙур эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн «Технологиялар артынан поход» тип аталған яңы проект башлай. Аныҡ заказсылар – Башҡортостандан технологияларҙы ҡулланыусылар һәм сит илдәрҙәге технологиялар (ҡорамалдар) етештереүселәр араһында технологиялар трансферын ойоштороу уның төп маҡсаты булып тора.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Италия, Финляндия, Польша, Германия, АҠШ, Франция, Япония, Һиндостан, Көньяҡ Корея, Ҡытай, Төркиә, Австрия, Бөйөк Британия, Канада, Нидерландтар, Швейцария, Австралия, Бразилия, Испания, Малайзия, Таиланд, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Украина илдәре технологик партнерҙар булып сығыш яһай.

Проект РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла.