5 декабрь, Дүшәмбе

06 февраль 2012 йыл, 13:50

Пенсия фонды Башҡортостандың социаль программаларында ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан халҡына социаль ярҙам программаһын өҫтәп финанслауға 2011 йылда Рәсәй Пенсия фонды бюджетынан 18,9 млн һумға субсидиялар бүленгән. Өҫтәп финанслау шарттарында республика бюджетынан да ошондай уҡ сумма бүленде, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән.

Иглин районының Урман ҡасабаһынан 295 пенсионер ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында күргән зыянды өлөшләтә ҡаплауға адреслы социаль ярҙам алған; республикалағы 301 пенсионерҙың йорттарына газ үткәреүгә бәйле сығымдары өлөшләтә ҡапланған.  

Психоневрологик интернаттарҙағы мунса-кер йыуыу бүлексәләрендә, туҡланыу блоктарында капиталь ремонт үткәрелгән, кер йыуыу һәм кухня-аш бешереү ҡорамалдары, мебель һатып алынған.

— Был саралар 1826 кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек биргән, — тип билдәләне Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

— Кәрәкле социаль-көнкүреш, медицина, хоҡуҡи һәм башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү маҡсатында республика район һәм ҡалаларындағы 17 халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге өсөн 17 «ГАЗель» микроавтобусы һатып алынды, — тип өҫтәне республикалағы Пенсия фондының башлығы.