6 декабрь, Шишәмбе

06 февраль 2012 йыл, 12:53

Өфөнөң тимер юл вокзалында иҫке корпусты реконструкциялау дауам итә

автор: Любовь Колоколова

Өфө станцияһының тимер юл вокзалында иҫке корпустың беренсе ҡатында реконструкция башланды. Ошоноң арҡаһында билет кассаларын икенсе ҡатҡа күсереү планлаштырыла. Вокзал директоры Олег Мигуновтың әйтеүенсә, ваҡытлыса павильондарҙағы көтөү залында билеттар һатыу өсөн ҡорамалдарҙы монтажлау һәм көйләү эштәре алып барыла.

Бинаның беренсе ҡатындағы ресторан ябылған, яҡын арала Эске эштәрҙең линия идаралығының дежур часы, һаҡлау камераһы һәм медпункт икенсе урынға күсереләсәк. Ремонт эштәре тамамланғандан һуң касса залында көмбәҙле яңы бинаға ишек асыласаҡ.

Олег Мигунов һүҙҙәренсә, быйыл перрон яғынан вокзал комплексының фасадын көпләү эштәре тамамланасаҡ. Был корпусты тәртипкә килтереү менән Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялауҙың беренсе этабы тамамланасаҡ. Киләсәктә үҙәк төкәтмәгә терәлеп торған тағы бер бина төҙөләсәк. Әммә уның ҡасан башланырын вокзал етәкселеге аныҡ ҡына әйтә алмай әле.