10 декабрь, Шәмбе

06 февраль 2012 йыл, 12:10

Башҡортостан бизнесмендары Төркиәлә Рәсәй туристары өсөн кеүәҫ етештерә

автор: Галина Бахшиева

Анталия ҡалаһында (Төркиә) халыҡ-ара эсемлектәр күргәҙмәһе үтте, унда Башҡортостандың «Учалы-һөт» компанияһы ла ҡатнашты. Ул Анталияла кеүәҫ етештереү менән шөғөлләнә.

2011 йылда Анталияла «Квас Гыда Л.Т.Д.Шти» компанияһы эшләй башланы, эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – эсемлектәр етештереү.

— Төркиә Республикаһында «Квас Гыда» компанияһының кеүәҫ һәм лимонад етештереүе Башҡортостан менән Төркиә араһындағы ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлектең матур өлгөһө булып тора. Продукцияны нигеҙҙә Анталия курорттарында ял итеүсе Рәсәй туристары һатып ала, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Төркиәләге вәкиле Каншаубий Мизиев.

Анталияла алкоголһеҙ эсемлектәргә ҡунаҡханалар, ресторандар һәм кафелар заказ бирә. Етештереү күләме ағымдағы йылда 6000 тонна тәшкил итергә тейеш. 2014 йылда кеүәҫ һәм лимонад етештереү күләме 50000 тоннаға етәсәк, тип көтөлә.