8 декабрь, Кесе йома

06 февраль 2012 йыл, 9:29

Эҙәрмәндәр 1941 йылда һәләк булған Дәүләкән һалдаты Петр Ивановтың туғандарын эҙләй

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостандың Эҙәрмәндәр отрядтары фонды совет һалдатының һөйәктәре менән бергә табылған медальондың экспертизаһы һөҙөмтәләрен алды. Эҙләү эштәрен үҙҙәрендә, Тверь өлкәһенең Пенно ҡасабаһы янындағы һаҙлыҡта, «Истина» отряды алып барған.

Эксперттар асыҡлауынса, медальондағы документ Башҡорт АССР-ы кешеһе, ефрейтор  Петр Захарович Иванов исеменә тултырылған булған. Хәтер китабы мәғлүмәттәренә ярашлы, ул 1919 йылда Дәүләкәндә тыуған һәм Луначарская, 8 адресы буйынса йәшәгән. Әсәһе — Иванова Татьяна Васильева. 133-сө уҡсылар дивизияһында хеҙмәт иткән. 1941 йылдың 17 сентябрендә һәләк булған.

— Иванов Петр Захаровичтың һәм уның яуҙаштарының һөйәктәрен 2012 йылдың йәйендә ерләү планлаштырыла. Икенсе донъя һуғышында һәләк булған һалдаттың туғандарын эҙләүҙә ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ, — тип мөрәжәғәт итте агентлыҡ уҡыусыларына БР Эҙәрмәндәр отрядтары фонды рәйесе Илдар Бикбаев. Петр Иванов тураһында хәбәрҙар булған кешеләр 8 (347) 250-14-96 йәки  8 917 443 89 89 телефонына шылтыратһын.