6 декабрь, Шишәмбе

06 февраль 2012 йыл, 11:20

«Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһы сиктәрендә Өфө уҡыусылары 43 тонна макулатура йыйған

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә тәбиғәтте һаҡлау буйынса «Ҡағыҙға — икенсе ғүмер» балалар акцияһының сираттағы этабы старт алды. Уның ойоштороусыһы булып Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы сығыш яһай. Был юлы баш ҡалабыҙҙың Совет районы уҡыусылары акцияла ҡатнашасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» экологик акцияһы башлыса сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм ҡағыҙ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү кәрәклегенә уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең иғтибарын йәлеп итеүгә, шулай уҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

— Үткән аҙнала Өфөнөң Дим районы мәктәптәрендә макулатура йыйыу тамамланды. Беҙҙең акцияла ете мәктәп, шулай уҡ район балалар ижад йорто ҡатнашты. Һыуыҡтарға ҡарамаҫтан, акция уңышлы үтте, уҡыусылар экологик сарала әүҙем ҡатнашты. Балалар ете тоннанан ашыу макулатура йыйҙы, ул әле артабан эшкәртеүгә оҙатылды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.

Шулай итеп, Өфөнөң Октябрь, Ленин һәм Дим райондарында «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһының беренсе этаптарын үткәреү һөҙөмтәләре буйынса 43 тоннаға яҡын макулатура йыйылған һәм ҡабаттан эшкәртеүгә тапшырылған. Альбина Шәмсетдинованың әйтеүенсә, был 215 ағасты ҡотҡарыуға тиң.

Совет районынан һуң тәбиғәтте һаҡлау эстафетаһын артабан Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин районы мәктәптәре ҡабул итәсәк.