Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Наркоман балаларҙы синтезаторҙа уйнарға өйрәтәсәктәр

Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында Республика наркотиктар ҡулланыусы бәлиғ булмаған балаларҙы реабилитациялау һәм коррекциялау психологик-педагогик үҙәге асылды.

Үҙәк эшмәкәрлеге үҫмерҙәрҙең физик һәм психик һаулығын тергеҙеүгә, улар араһында хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Дауалау учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙәккә үҙҙәре теләп мөрәжәғәт иткән 10-16 йәштәрҙәге үҫмерҙәр ҡабул ителә. Бөгөнгө кәнгә бында һигеҙ бала реабилитация үтә. Үҙәк иһә 25 кешегә иҫәпләнгән. Белгестәр билдәләүенсә, дауалау курсы 45 көн дауам итә, һәр осраҡ айырым ҡарала. Яңы үҙәк юғары кимәлдә йыһазландырылған – палаталар, психологик ярҙам бүләмһе, уҡытыу кластары, тренажер залы. Балалар шулай уҡ саңғыла, конькиҙа шыуа ала, өҫтәл теннисы буйынса көс һынаша ала. Педагогтар үҫмерҙәр менән музыка буйынса ла шөғөлләнә — синтезаторҙа уйнарға өйрәтә.

Үҫмерҙәр менән юғары квалификациялы белгестәр, шул иҫәптән Мәскәүҙән психологтар эшләй.

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (34765) 2-76-07, 2-76-078.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть