7 декабрь, Шаршамбы

06 февраль 2012 йыл, 10:23

Республикала инвалид балаларға ярҙам итеү буйынса «Парамарафон» хәйриә проектының II этабы старт ала

автор: Эльмира Сабирова

Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды инвалид балаларға ярҙам итеү буйынса «Парамарафон» хәйриә проектының II этабын башлай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың сентябрендә старт алған акцияның маҡсаты – аҡса йыйып, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус спорт ҡаласығын төҙөү. Ойоштороусылар аңлатыуынса, Инвалид балаларҙың ата-әсәләренең Башҡортостан ассоциацияһында шөғөлләнеүсе сабыйҙарҙың бындай майҙансығы әлегә юҡ.

Бәләкәй стадионды 2012 йылдың 1 июненә Инвалид балаларҙың ата-әсәләренең Башҡортостан ассоциацияһы биләмәһендә асырға планлаштыралар.

I этап сиктәрендә Өфө буйлап хәйриә троллейбусы йөрөнө, уға ҡала халҡы ваҡ аҡсаларын алып килде. Беренсе көндә 128212,29 һум йыйылды. Был аҡсаларға инвалидтар өсөн туғыҙ тренажер алынасаҡ, улар 500000 һум тора. Махсус япмалы мини-стадиондың тулы хаҡы 1230000 һум тәшкил итә.

Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды предприятие һәм ойошмаларҙы ла был изге эшкә ҡушылырға саҡыра. Ваҡ аҡсаларҙы 15, 16, 17 февралдә Ҡала үҫеше йәмәғәт фондына Комсомол урамы, 35, 1-се подъезд адресы буйынса алып килергә була. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефондар: 282-99-97, 223-39-70.