4 декабрь, Йәкшәмбе

06 февраль 2012 йыл, 9:01

Рөстәм Хәмитов кинорежиссер Александр Сокуров менән осрашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте | фото: Олег Яровиков

4 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда кинорежиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм халыҡ артисы Александр Сокуров менән осрашты.

Осрашыуҙа республикала кинематография сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов Александр Сокуровтан уның артабанғы ижади пландары менән ҡыҙыҡһынды.

Ошо уҡ көндө «Родина» кинотеатрында «Губернатор премьераһы» проекты сиктәрендә Александр Сокуровтың «Фауст» фильмы күрһәтелде. «Фауст» кинотаҫмаһы власть тәбиғәтен өйрәнеүгә бағышланған кинокартиналар циклын тамамлай. Фильм Гётеның ошондай уҡ исемле трагедияһының беренсе бүлегенә нигеҙләнгән.