10 декабрь, Шәмбе

03 февраль 2012 йыл, 16:58

Өфөлә быялала ҡом менән һүрәт төшөрөү буйынса конкурс үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Быялала ҡом менән һүрәт төшөрөү буйынса «Ҡомдағы мөғжизәләр» конкурсы Өфөлә 3 февралдә старт алып, бер ай дауамында барасаҡ. Уны ойоштороусылар булып Өфөнөң Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитациялау үҙәге ҡарамағындағы «Афарин» театр студияһы һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы сығыш яһай.

«Башинформ» агентлығына ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Ҡомдағы мөғжизәләр» конкурсында 7-16 йәштәрҙәге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала.

Конкурс 8, 15, 22, 29 февралдә 14 һәм 17 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы, 73/1 адресы буйынса үтәсәк. Унда теркәлгән ҡатнашыусылар быялала ҡом менән һүрәт төшөрәсәк.

Бәйгегә йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 3 мартта үтәсәк.

темалар: конкурстар