4 декабрь, Йәкшәмбе

03 февраль 2012 йыл, 16:42

Башҡортостандан һайланған Дума депутаттары республика мәнфәғәтендә хеҙмәттәшлек итергә теләй

автор: Марина Шумилова

Башҡортостандан һайланған Дәүләт Думаһы депутаттары республика мәнфәғәтендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй, тип белдерҙе «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников.

Дәүләт Думаһына дүртенсе тапҡыр һайланған Павел Крашенинников алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһында Башҡортостандан һайланған депутаттар төркөмөнөң координаторы итеп билдәләнгән. Республика мәнфәғәттәрен әлеге Думала дүрт фирҡәнең исемлектәре буйынса һайланған 16 депутат яҡлай:12 депутат —  «Берҙәм Рәсәй»ҙән, икеһе – Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһынан, Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһынан һәм «Ғәҙел Рәсәй»ҙән берәр кандидат.

—Дәүләт Думаһында беҙ республика ихтыяждары өсөн ойошҡан рәүештә эшләргә йыйынабыҙ, — тип билдәләне Павел Крашенинников.

Депутаттар ай һайын берлектә ултырыштар үткәреү тураһында һөйләшеп килеште, улар билдәле закон проекттарын тикшереүгә йәки закондар сығарыу эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөктәрҙе билдәләүгә арналасаҡ. Был ултырыштарға Башҡортостандың закондар сығарыу һәм башҡарма власть вәкилдәре лә саҡырыласаҡ.

темалар: дәүләт думаһы