11 декабрь, Йәкшәмбе

03 февраль 2012 йыл, 16:28

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостандың икенсе заявкаһын раҫланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Әлеге ваҡытта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды идараһы менән ни бары ике заявка раҫланған – икеһе лә Башҡортостан Республикаһынан, — тине Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды генераль директоры Константин Цицин Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Козак рәйеслегендә үткән Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә. — Тағы әллә күпме заявка буйынса эш алып барыла.  

Фонд Башҡортостандың граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан яңыһына күсереүгә финанс ярҙамы алыуға бирелгән тағы бер заякаһын хупланы, тип хәбәр иттеләр Дәүләт корпорацияһында. Был юлы —  аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү кәрәклеген иҫәпкә алып бирелгән заявканы. Баймаҡ ҡалаһы һәм Ауырғазы райондарында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан аҙ ҡатлы йорттарға күсереүгә 12,21 млн һум федераль средстволар йүнәлтеләсәк. Төбәктең өҫтәп финанслауын иҫәпкә алғанда был сумма 18,97 млн һумға етәсәк. Был аҡсаға быйыл уҡ ике йорт төҙөләсәк һәм тағы 16 кеше йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 30 ғинуарҙа Дәүләт корпорацияһы республиканың капиталь ремонт үткәреүгә һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан яңыһына күсереүгә 903 млн 64 мең һум күләмендә аҡса бүлеүгә заякаһын раҫлағайны.  Дөйөм алғанда торлаҡ фондын ремонтлауға һәм граждандарҙы лайыҡлы торлаҡ менән тәьми итеүгә 2012 йылда төбәктә 1 миллиард 300 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк.

Константин Цицин 2011 йыл өсөн иҫәп-хисап бирмәгән РФ субъекттарын финанслауға заявкалар әҙерләү менән әүҙемерәк шөғөлләнергә саҡырҙы. Дәүләт корпорацияһы башлығы, программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтә төбәктәр ҙә Фондҡа заявкаларҙы сифатлы һәм ваҡытында бирә аласаҡ, тигән ышанысын белдерҙе.