5 декабрь, Дүшәмбе

03 февраль 2012 йыл, 16:18

Павел Крашенинников: «Депутаттарҙың тейелгеһеҙлеге тәү сиратта оппозиция өсөн кәрәк»

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин

Депутаттарҙың тейелгеһеҙлеген парламентарийҙарға ҡалдырырға кәрәк, тип иҫәпләй Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт һәм процессуаль ҡануниәт комитеты рәйесе Павел Крашенинников.

— Депутаттарҙың тейелгеһеҙлеге тәү сиратта оппозицияға кәрәк, уларҙы эҙәрлекләмәһендәр өсөн, — тине ул «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһы барышында. – Тейелгеһеҙлек депутаттарға ла, судьяларға ла кәрәк, улар хәүефләнмәйенсә ҡарарҙар ҡабул итһен өсөн. Әммә уны сикһеҙ киңәйтергә лә ярамай.

Депутат билдәләүенсә, генераль прокурор тарафынан тейелгеһеҙлекте алырға ла мөмкин. Бындай осраҡтар ундан ашыу тапҡыр булған. Уның фекеренсә, был процедура ауыр түгел.