Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Павел Крашенинников Башҡортостан юристарының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе

Сәйәсәт

«Рәсәй Юристар ассоциацияһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе был берекмәнең алдынғы өс төбәк вәкиллеге иҫәбендә.  Шундай баһа бирҙе бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйесе Павел Крашенинников.

— Башҡортостан бүлексәһе – бихисап төбәк бүлексәләре араһында алдынғы өсәү иҫәбендә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Уның беренсе урында булыуы ла ихтимал. Уның 1600-ҙән ашыу ағзаһы, ҡалаларҙа 12 бүлексәһе бар.

Депутаттың әйтеүенсә, бөгөн ул Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе вәкилдәре менән осрашҡан, улар менән эштәрҙе һәм киләсәккә пландарҙы тикшергән. Уның фекеренсә, Башҡортостан юристары һөҙөмтәле эшләй.

Ул Башҡортостан бүлексәһе менән даими үткәрелеүсе бушлай юридик консультацияларҙың һөҙөмтәлелеген билдәләне. Атап әткәндә, «Гражданлыҡ линияһы» проекты сиктәрендә Росреестрҙың БР буйынса идаралығы ҡатнашлығында граждандар өсөн бушлай юридик онлайн-консультациялар үткәрелә. Иң йыш бирелгән һорауҙар торлаҡ ҡануниәтенә, пенсия менән тәьмин итеүгә һәм ғаилә хоҡуҡтарына ҡағыла.

Республика юристары, Павел Крашенинников һүҙҙәренсә, быйыл һәр төрлө семинарҙар, йәштәр форумдары, хоҡуҡ тармаҡтары һәм юридик белгеслектәр буйынса ултырыштар үткәрергә ниәтләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть