7 декабрь, Шаршамбы

03 февраль 2012 йыл, 15:23

Өфөлөләр «Юшут» фильмдар фестивалендә ҡатнашасаҡ

автор: Әлим Фәйезов

4-18 февралдә Ҡазанда XIV «Юшут» асыҡ республика туризм, сәйәхәттәр һәм мажаралар тураһындағы фильмдар фестивале үтәсәк, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы.

Сәләмәт тормошто пропагандалау, спорт сәйәхәттәрен үткәреү буйынса, туристик походтарҙа фотоға һәм видеоға төшөрөүҙе ойоштороу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, туристарҙың квалификацияһын күтәреү фестивалдең төп маҡсаттары булып тора.

Фестивалдә Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Өфө, Иркутск, Ульяновск, Пермь, Рязань, Чебоксары, Ярославль, Тамбов, Йошкар-Ола кеүек ҡалаларынан, шулай уҡ Латвиянан (Рига), Украинанан (Киев, Одесса) һәм Германиянан (Дрезден) 97 фильм тәҡдим ителә.

Фильмдар тематикаһы төрлө: саңғы походтары, йылға буйлап ағып төшөү, велосипедта сәйәхәттәр, йәйәү йөрөү туризмы. Фильм авторҙары Рәсәй буйлап, шулай уҡ илдән ситтә лә сәйәхәт ҡылған.

Сараны Татарстандың Кинематографтар союзы һәм ундағы Рус география йәмғиәте ярҙамында Татарстан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса министрлығы һәм «Юшут» компанияһы ойоштора.